ba.wikipedia.org

Воскресенск (Мәләүез районы) — Википедия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Воскресенск
Воскресенск
Нигеҙләү датаһы 1745
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәге Воскресенский ауыл Советы[2] һәм Юрматы кантоны
Административ-территориаль берәмек Воскресенский ауыл Советы, Мәләүез районы, Стәрлетамаҡ кантоны, Юрматы кантоны һәм Стәрлетамаҡ өйәҙе
Халыҡ һаны 1988 кеше (2002)[3],
2026 кеше (1989)[3],
1817 кеше (2010)[4],
1860 кеше (2009)[5]
Почта индексы 453876

Карта

 Воскресенск Викимилектә

Воскресенск (рус. Воскресенское) — Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1817 кеше булған[6]. Почта индексы — 453876, ОКАТО коды — 80241822001.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 1817 866 951 47,7 52,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Халыҡ һаны буйынса сығанаҡтар

Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.

  • 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
  • 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
  • 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
  • 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
  • Район үҙәгенә тиклем (Мәләүез): 26 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 26 км
Воскресенка баҡыр иретеү заводы

Воскресенское ауылы 1745 йылда баҡыр иретеү заводын төҙөгәндә барлыҡҡа килгән. XVIII быуаттың икенсе яртыһында завод Д. И. Пашкова милкендә булған. Завод һәм ауыл өсөн урын, шулай уҡ мәғдән урындары 1774 йылда Тамъян улусының аҫабалығынан бүленгән. Бер йылдан һуң тамьяндар Тор йылғаһы буйындағы ерҙең бер өлөшөн заводҡа һатҡан. 1754—1756 йылдарҙа Нуғай даруғаһының аҫаба башҡорттары завод хужаһына 482 мәғдән урыны һатҡан. Һуңынан 1787 йылда сәнкем-ҡыпсаҡтар һәм 1790 йылда юрматылар Нөгөш һәм Ергән йылғалары буйындағы ерҙәрен заводҡа һаталар.

Заводтың 7 баҡыр иретеү мейесе, 2 сүкеше, 3 горны булған. Завод эргәһендә 138 рудник булған. Йылына 10625 бот баҡыр иретелгән (1781 йыл). V ревизия мәғлүмәттәре буйынса 1795 йылда 1179 завод крәҫтиәне, 97 һөнәрсе иҫәпләнгән. 1920 йылда Воскресенк ауылында 684 йортта 4207 кеше йәшәгән.

Воскресенск заводы Крәҫтиәндәр һуғышы йылдарында 1774 йылдың март башына тиклем Е. Пугачев етәкселегендәге баш күтәреүселәр армияһының арсеналы булған. Пушка етештереүҙе яйға һалыу өсөн, Пугачев унда үҙенең күренекле көрәштәше Иван Чику-Зарубин менән Яйыҡ казагы И. И. Ульяновты ебәргән. 1773 йылдың 12 октябрендә заводты пугачевсылар баҫып алған. Баш күтәреүселәр идара иткән биш ай эсендә 15 пушка эшләнгән. Завод крәҫтиәне Григорий Туманов баш күтәреүселәрҙең атаманы һәм Пугачевтың көрәштәше булған. Бөтә крәҫтиәндәр ҙә — әүҙем пугачевсылар.

Өфө эргәһендәге Чесноковка лагерында баш күтәреүселәр араһында, Михельсонға әсирлеккә эләккән 48 Воскресенск крәҫтиәне булған. Уларҙың икәүһе властар тарафынан «мөһим енәйәтсе» тип иғлан ителгән. Улар — Карп Григорьевич Хохлов һәм Яков Владимирович Одинцев (Козел), яҙалаусыларҙа яуап биреү өсөн ҡалдырылған. Родион Елистратов, Егор Степанович Мохов һәм Иван Степанов крәҫтиәндәрҙең «болартыусылары» булған[7].

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. ОКТМО (урыҫ)
  3. 3,0 3,1 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
  4. http://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  6. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  7. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 70. 2022 йыл 27 март архивланған.
  8. Башҡорт энциклопедияһы — Хлёсткин Рудольф Николаевич(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 23 июнь 2019)
П: Портал «Башҡортостан ауылдары»
s: Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала
commons: Воскресенск (Мәләүез районы) Викимилектә
П: Проект «Башҡортостан ауылдары»